Вернуться к обычному виду

Выступление на 23 февраля


18.03.2014 Хөрмәтле  ветерандар, Рәсәй ҡораллы көстәре һалдаттары, райондаштар!
Һеҙҙе Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арналған митингта ихлас сәләмләйем  һәм ысын күңелдән ҡайнар ҡотлайым!
23 февралдә беҙ дәүләт байрамын – Ватанды һаҡлаусылар көнөн билдәләйбеҙ.Матур йолаға ярашлы, был көндө бар ир-егеттәрҙе - Бөйөк Ватан һәм локаль һуғышы ветерандарын, шинель кейеп, хәрби присяга биргән йәш һалдаттарҙы тәбрикләйбеҙ.Сөнки халҡыбыҙ уларҙың һәр береһендә Тыуған иленең, яҡындарының һаҡсыһын һәм яҡлаусыһын күрә.
Тыуған илде һаҡлау – дәүләтебеҙҙең һәр гражданинының изге бурысы ул. Рәсәй армияһының быуатҡа яҡын данлы тарихы бар. Төрлө быуын кешеләре Рәсәй Ҡораллы көстәренең көс-ҡеүәте менән хаҡлы рәүештә ғорурлана ала. Рәсәй һалдаты һәр саҡ хәрби антҡа тоғро ҡалыуы, Ватанына булған сикһеҙ һөйөүе менән айырыла. Ул бер ваҡытта ла баҫҡынсы булмай һәм булмаясаҡ.
Тыуған илебеҙ патриоттарының ҡаһарманлығы, тоғролоғо һәм фиҙакәр хеҙмәте һәр саҡ иҫтә. Ҡулына ҡорал алып, Ватан именлеге һәм тыныс тормошо һағында тороусыларҙың барыһы ла хөрмәткә лайыҡ. Кешелекте фашизмдан ҡотҡарған Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары, шулай уҡ локаль һуғыштарҙа хәрби бурыстарын үтәгән һалдаттар, ил мәнфәғәттәрен намыҫлы яҡлағандар айырым ихтирамға лайыҡлы.
Башҡортостан хәрбиҙәренең Рәсәй именлеген һаҡлап сығыш яһауы, яҡташтарыбыҙҙың данлы эштәре, батырҙарҙың исемдәре халыҡ йырҙарында һәм ауыҙ-тел ижадында, төбәк тарихында һәм кешеләр хәтерендә мәңгеләштерелгән.
Ватан һаҡсыһының даны юғалмай.
Хәҙерге көндә егеттәр әрме сафтарына ҙур теләк менән бара. Йәштәр өлкән быуындың эшен уңышлы дауам итеп ,хәрби бурысын намыҫлы үтәй. Әле Башҡортостандан илдең Ҡораллы көстәрендә 13 меңдән ашыу егет хеҙмәт итә. Әйтеп үтергә кәрәк,хәрби хеҙмәткә саҡырыу бүлеге хеҙмәткәрҙәре, саҡырыу комиссияһы үҙ бурысын уңышлы үтәй. Үткән йылда беҙҙең райондан 100-гә яҡын егет әрме сафтарына алынды. Контракт хеҙмәтенә барыусылар ҙа йылдан йыл арта.Әммә бының менән генә туҡталып ҡалмаҫ кәрәк,беҙҙең төп бурысыбыҙ – күп быуатлыҡ данлы традицияларҙы һаҡлап,илдең көсөн һәм ҡөҙрәтен ҡабатлап,уны артабан үҫтереүгә, бөтөн донъяла абруйын нығытыуға шарттар тыуҙырыу. Юғары технологиялар үҫешкән осорҙа йәш ил һаҡсыһына талаптар тағы ла ҡатыраҡ. Йәш быуындың да һынатмаҫына беҙ ышанабыҙ.
Хөрмәтле райондаштар! Байрам менән ҡотлап, һеҙҙең барығыҙға ла ныҡлы һаулыҡ, тыныс күк йөҙө һәм бәхет, Ватан өсөн башҡарған изге эшегеҙҙә  уңыштар теләйем!
Иғтибарығыҙ өсөн рәхмәт!













Возврат к списку