Вернуться к обычному виду

Хөрмәтле мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре!


25.03.2014                          Хөрмәтле  мәҙәниәт  хеҙмәткәрҙәре!
Һеҙҙе ысын күңелдән һөнәри байрамығыҙ менән ҡотлайым!
Мәҙәниәт шәхестең рухын байыта, йәмғиәттең  милли ҡиммәттәрен  һаҡлап ҡалырға ярҙам итә, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе тергеҙә. Районыбыҙҙың  мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре йәш быуынға эстетик тәрбиә биреүгә, шәхес тәрбиәләүгә, рухи ҡиммәттәрҙе арттырыуға ҙур өлөш индерә. Беҙҙең райондың ижади коллективтарының төбәк, республика, Бөтә Рәсәй фестиваль, конкурс,күргәҙмәләрендә ҡатнашып тора. Йылдан-йыл ижади  өлгөләрҙең киңәйә һәм ҡыҙыҡлыраҡ була барыуы ҡыуаныслы.
Мәҙәниәт өлкәһендә эшләүсе барлыҡ хеҙмәткәрҙәргә ижадтары, һөнәрҙәренә тоғро булғандары, арымай-талмай эшләүҙәре, кешеләргә шатлыҡ бүләк итә белгәндәре өсөн ҙур рәхмәт белдерәм. Һеҙгә яңынан-яңы уңыштар, һөнәри үҫеш, ижади үрҙәр, бәхет,ныҡлы сәләмәтлек, имен тормош теләйем.

Возврат к списку