Вернуться к обычному виду

Выступление на форуме "Одаренные дети МР"


05.05.2014 Хәйерле көн, хөрмәтле уҡытыусылар!
         Һаумыһығыҙ, ҡәҙерле балалар!
Һәләтле балаларҙы тәбрикләү тантанаһында барығыҙға ла ихлас сәләмдәремде еткерәм!
  Мәғариф өлкәһендә ҡабул ителгән   “Һәләтле балалар” программаһы белем биреү учреждениелары алдына мөһим бурыстар ҡуя. Ул беҙҙең районда 2008-се йылдан башлап тормошҡа ашырыла һәм бына алтынсы  йыл рәттән Бөрйәндә һәләтле балаларҙың форумы үткәрелә. Мәртәбәле бәйгелә ҡатнашып, уҡыусы тиңдәштәре араһында сығыш яһарға, фекерен яҡларға өйрәнә. Был тәжрибә уға артабан ғилми эшмәкәрлек менән шөғөлләнергә ҙур этәргес булып тора. Ғөмүмән, уҡыусыларҙы ижади шәхес булараҡ тәрбиәләү, уларҙың һәләттәрен үҫтереү өсөн ҙур мөмкинлектәр аса.
Районыбыҙҙа төплө белемле, талантлы балалар күп. Улар республика, Рәсәй һәм халыҡ-ара кимәлдә ойошторолған бәйгеләрҙә ҡатнашып торалар. Быйылғы йылдың март айында Ульяновск ҡалаһында үткәрелгән «Йыл уҡыусыһы” бәйгеһендә Иҫке Собханғол мәктәбе уҡыусыһы Ғәзинур Йәмғурсин лауреат исемен алып ҡайтты. Башҡорт теле буйынса төбәк–ара олимпиадала Әбделмәмбәт мәктәбе уҡыусыһы Нурзилә Усманова 1-се урын, Иҫке Собханғол мәктәбенән Айһылыу Ибраһимова һәм  Байназар мәктәбе уҡыусыһы Лилиә Ҡаһарманова 2-се урын алыуға өлгәштеләр.
Кесе фәндәр академияһы сиктәрендә уҙғарылған конкурста Иҫке Собханғол мәктәбе уҡыусыһы Юлиә Ғәләүетдинова 3 –сө урын алды. Март айында Өфө ҡалаһында үткәрелгән фәнни-практик конференцияла Байназар мәктәбенең Мораҙым филиалы уҡыусыһы Альбина Байрамғолова “География” номинацияһында 3-сө урын яуланы. Ошо уҡ бәйгелә Иҫке Собханғол мәктәбе уҡыусылары Әминә Дауытова, Азат Фәйзуллин һәм Байназар мәктәбенән Әлфиә Хазиевалар уңышлы сығыш яһап, төрлө номинацияларҙа еңеп сыҡтылар. Фәнни-ғәмәли конференцияларҙан тыш беҙҙең уҡыусылар мәҙәни сараларҙа һәм бәйгеләрҙә ҡатнашырға ла өлгөрәләр.
   Икенсе йыл рәттән «Яҙғы тамсылар” конкурсында  Аҫҡар урта мәктәбенең Исламбай филиалы уҡыусыһы Гөлсәсәк Ғәйнуллина 1-се урын алып килә. «Башҡортостан ынйылары» бәйгеһендә Әбделмәмбәт мәктәбе уҡыусыһы Фирғәт Шәмиғолов 3 дәрәжә дипломға лайыҡ булды. Спорт өлкәһендә лә  һынатмай район уҡыусылары. Был йәһәттән Әбделмәмбәт  мәктәбе спортсыларын  телгә алмай китеү мөмкин түгел. Республика һәм зона ярыштарында Нәилә Ғәлина, Алина Боҫҡонова, Ҡәҙриә Ҡасимова, Фирғәт Шәмиғолов, Рәфил Мәсәғүтов, Марсель Ибәтуллин һәм Батырша Боҫҡонов уңышлы сығыш яһап киләләр.
Мәктәптәрҙә балаларҙың һәләттәрен асыҡлау һәм үҫтереү буйынса күп эштәр башҡарыла. Предмет олимпиадалары, спорт, мәҙәниәт, фән һәм башҡа йүнәлештәрҙә ярайһы ғына уңыштар бар. Уҡыусыларҙың ижади, лидерлыҡ һәләттәрен табыу һәм артабан үҫтерергә булышлыҡ итеү эштәре белем биреү һәм тәрбиә усаҡтарының иң бәләкәй баҫҡыстарынан башлап, яйға һалынырға тейеш. Балалар баҡсаһында һәм бәләкәй кластарҙа төрлө методик алымдар, алдан билдәләү нигеҙендә кескәйҙәрҙең тәбиғи һәләтен асыҡлау эшен маҡсатлы үтәр кәрәк.
Айырым бер уҡыусы менән генә эшләү – киң таралған ысул. Уҡытыусының балалар менән индивидуаль рәүештә генә түгел, ә төркөмләп эшләүе отошло. Бөгөнгө мәктәпкә, иң беренсе, балаларҙы төрлө йүнәлеш буйынса үҫтереү өсөн шарттар булдырыу бурысы йөкмәтелә. Шулай уҡ балаларҙы фәнгә ылыҡтырыу эшен барлыҡ белем усаҡтарында йәнлерәк ойоштороп ебәреү кәрәк.
Һәләтле бала ата-әсә, уҡытыусының тырыш һәм маҡсатлы  хеҙмәт емеше. Тик улар ғына баланың ижади үҫешенә тейешле шарттар тыуҙыра ала. Уҡытыусының талантын  тейешле кимәлдә ҡуллана белеү, уға һәр яҡлап ярҙам итеү, шул нигеҙҙә һәләтле балалар тәрбиәләү эшен яйға һалыу – мәктәп етәкселегенең мөһим бурысы.
Ҡәҙерле уҡыусылар! Һеҙ үҙегеҙҙе иң тырыш, белемле һәм һәләтле балалар итеп таныттығыҙ. Һәр саҡ алдынғылар рәтендә булығыҙ һәм үҙегеҙ менән бергә дуҫтарығыҙҙы, ҡусты-һеңлеләрегеҙҙе лә аң-белемгә, дөрөҫ һәм намыҫлы йәшәү юлына әйҙәгеҙ! Киләсәктә халыҡты үҙ артынан эйәртерлек төплө белемле, юғары мәҙәниәтле, башҡорт рухлы, үҙ иленә кәрәкле шәхестәр булып үҫеп етеүегеҙҙе теләйем!
Аҡ юл һеҙгә!



Возврат к списку