Вернуться к обычному виду

Поздравление главы Администрации с Днем Победы!


08.05.2014 Хөрмәтле Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары, тыл хеҙмәтсәндәре, райондаштар!
Һеҙҙе бөйөк Еңеүҙең  69 йыллығы менән ихлас күңелдән ҡайнар ҡотлайым!
Яҙғы матур көндәрҙә беҙ тантаналы рәүештә изге байрам – Еңеү көнөн билдәләйбеҙ. Был иҫтәлекле көн мәңгелеккә ҡаһарманлыҡ һәм фиҙакәрлек,  ҡыйыулыҡ һәм Ватанға сикһеҙ һөйөү символы булып ҡала. Ошо көндәрҙә ҡанлы һуғыш яландарында  Тыуған илебеҙ азатлығын һәм бойондороҡһоҙлоғон һаҡлап алып ҡалыусы, донъяны фашизм ҡоллоғонан ҡотҡарыусы ҡаһарман яугирҙарыбыҙҙы ҙур ихтирам тойғолары һәм рәхмәт һүҙҙәре менән иҫкә алабыҙ. Еңеүҙең оло шатлығы, бар Совет халҡының үлемесле көрәштә еңеп сығыуы, илдә ҡабынған һуғыш утын һүндерә алыуы менән ғорурланыу тойғолары беҙҙең күңелдәрҙә мәңге һаҡланыр.
Ҡәҙерле ветерандарыбыҙ! Юғалтыуҙар, хәсрәт аша һеҙ ҡаҡшамаҫ рух көсө күрһәтеп, дошман ерендә Еңеү байрағын ҡаҙанығыҙ. Һеҙҙең батырлыҡ һәр саҡ ҡыйыулыҡ һәм ныҡлыҡ өлгөһө булып ҡаласаҡ. Беҙ һеҙҙең алда һәр саҡ бурыслы. Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, именлек, аяҙ күк йөҙө теләйем! Донъяларыбыҙ тыныс булһын, халҡыбыҙ дуҫлыҡта һәм татыулыҡта, мул тормошта йәшәһен!

Возврат к списку