Вернуться к обычному виду

Поздравление главы Администрации МР Бурзянский район с Днем защиты детей!


30.05.2014                                      Хөрмәтле райондаштар!
Һеҙҙе Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнө менән  ихлас ҡотлайым!
Был көндә һәр кемебеҙгә  үҙебеҙҙең бала саҡты  иҫкә төшөрөү һәм районыбыҙҙың кескәй вәкилдәре өсөн ниҙәр эшләй алыуыбыҙ тураһында уйланыу мөмкинлеге бирелә. Шулай уҡ балаларыбыҙҙың сәләмәтлеге, тормошо һәм именлеге өсөн оло яуаплылыҡ тураһында иҫкәртә. Бөгөнгө көндә беҙҙең дөйөм  бурысыбыҙ – балаларҙың һаулығын нығытыу, яман ғәҙәттәрҙән һаҡлау, уларҙы Ватанды яратыусы, көслө, ғәҙел, уҡымышлы итеп тәрбиәләү.
Улар оло быуындың данлы традицияларын лайыҡлы дауам итеүсе яҡшы кешеләр, тыуған еребеҙҙең  ысын патриоттары булып үҫер, тип ышанам.
Барығыҙға ла ныҡлы һаулыҡ, бәхет-шатлыҡтар теләйем! Балаларыбыҙ һау һәм бәхетле булып үҫһен!
Район хакимиәте башлығы                                     Д.Ә.Әхмәтйәнов


Возврат к списку