Вернуться к обычному виду

Поздравление главы Администрации с Днем России


21.06.2014                                      Хөрмәтле райондаштар!
Һеҙҙе Ватаныбыҙҙың төп дәүләт байрамы – Рәсәй көнө менән ҡотлайым! Был байрам милли берҙәмлекте, быуындар күсәгилешлеген, илебеҙҙең бөгөнгөһө һәм киләсәге өсөн яуаплылыҡты кәүҙәләндерә. Берҙәмлек нигеҙендә тарихи тамырҙарыбыҙ, маҡсаттар һәм бурыстар дөйөмлөгө, үҙ илебеҙгә файҙа килтереү ынтылышы ята.
Беҙҙең барыбыҙҙы ла Рәсәйҙе көслө, ижтимағи һәм иҡтисади яҡтан үҫешкән демократик дәүләт итеп күреү теләге бәйләй. Күп милләтле халыҡтарҙы берләштереүсе ҡиммәттәрҙе һаҡлап, ватансылыҡ һәм гражданлыҡ традицияларына тоғро ҡалып, беҙ ҡуйылған маҡсаттарға мотлаҡ ирешербеҙ, һәр төрлө һынауҙарҙы еңеп сығырбыҙ.
Оло байрам уңайынан барығыҙғала ныҡлы һаулыҡ, ғаилә бәхете, тыуған еребеҙ мәнфәғәтенә көндәлек хеҙмәтегеҙҙә яңы уңыштар юлдаш булыуын һәм илебеҙ именлеге өсөн емешле хеҙмәт теләйем!
Рәсәй көнө менән, ҡәҙерле райондаштар!
Бөрйән районы муниципаль район
Хакимиәте башлығы  вазифаһын
ваҡытлыса башҡарыусы                                                      Р.Д.Шәрипов

Возврат к списку