Вернуться к обычному виду

Поздравление главы Администрации с Днем социального работника


21.06.2014 Хөрмәтле социаль хеҙмәткәрҙәр!
Һеҙҙе һөнәри байрамығыҙ менән ихлас ҡотлайым!
Йыл һайын йәмле июнь айында илебеҙҙә социаль хеҙмәткәрҙәр көнө билдәләнә. Был көн пенсионерҙарға, инвалидтарға, аҙ тәьмин ителгән ғаиләләргә, ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларға һәм башҡа ауыр тормош хәлендә ҡалған кешеләргә үҙҙәрен йәмғиәттең тулы хоҡуҡлы гражданы итеп тойорға ярҙам итеүселәргә арнала. Районыбыҙҙың халыҡты социаль яҡлау системаһында яуаплы, үҙ эшенә бирелгән белгестәр эшләй. Улар ярҙамға мохтаждарҙың  мәнфәғәтен ҡайғырта, улар тураһында даими рәүештә хәстәрлек күрә, мөмкинлектәре сикләнгән кешеләргә уңайлы шарттар тыуҙырыуға ҙур көс һала.
Хөрмәтле социаль хеҙмәткәрҙәр! Һеҙҙе һөнәри байрамығыҙ менән ҡотлап, изге эшегеҙҙә уңыштар, иҫәнлек-һаулыҡ, бәхет  теләйем!

Бөрйән районы муниципаль
район хакимиәте башлығы  
вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы                                    Р.Д.Шәрипов      

Возврат к списку