Вернуться к обычному виду

Поздравление главы Администрации с Днем работников культуры РБ


26.06.2014 Хөрмәтле  мәҙәниәт  хеҙмәткәрҙәре!
Һеҙҙе ысын күңелдән һөнәри байрамығыҙ менән ҡотлайым!
Беҙҙең район мәҙәни тормоштоң төрлөлөгө һәм үҙенсәлеге менән хаҡлы рәүештә ғорурлана ала. Районыбыҙҙың мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренең, үҙешмәкәр сәнғәт оҫталарының  көндәлек хеҙмәте һәм эшмәкәрлеге арҡаһында яңынан-яңы маҡсаттар  уңышлы тормошҡа ашырыла. Улар  йәш быуынға эстетик тәрбиә биреүгә, рухи ҡиммәттәрҙе арттырыуға ҙур өлөш индерә. Беҙ яҡташтарыбыҙҙың мәҙәни ҡаҙаныштарына, бихисап бәйге  һәм фестивалдәрҙә еңеүенә ихлас ҡыуанабыҙ.
Байрам көнөндә Һеҙгә яңынан-яңы уңыштар, ижади үрҙәр, бәхет,ныҡлы һаулыҡ, имен тормош теләйем!

Возврат к списку