Вернуться к обычному виду

Поздравление главы Администрации с Международным днем кооперативов


11.07.2014                             Хөрмәтле кооперация хеҙмәткәрҙәре!
Һеҙҙе Халыҡ-ара кооперация көнө менән ихлас күңелдән ҡотлайым! Ҡулланыусылар йәмғиәтенең күп йыллыҡ эшмәкәрлеге район халҡын тауарҙар һәм беренсе сиратта кәрәкле хеҙмәттәр менән тәьмин итеүҙә мөһим әһәмиәткә эйә.
Районыбыҙҙа «Шүлгән» ҡулланыусылар йәмғиәте коллективы һәм «Нур» кооперативы оҙайлы эшмәкәрлек нигеҙендә тупланған йолаларына тоғро ҡалып, үҙҙәренә йөкмәтелгән бурысты теүәл үтәй. Ойошмаларҙа тауар әҙерләү, уны эшкәртеү һәм һатыу, сифатлы сауҙа һәм көнкүреш хеҙмәте күрһәтеү, халыҡҡа эш урындары булдырыу буйынса һөҙөмтәле эш алып барыла.
Киләсәктә лә тыуған еребеҙҙең иҡтисадын нығытыуға, халҡыбыҙҙың йәшәү сифатын күтәреүгә лайыҡлы өлөш индерерһегеҙ, тип ышанам.
Һеҙҙең барығыҙға ла ныҡлы һаулыҡ, именлек, ғаилә бәхете һәм хеҙмәтегеҙҙә яңынан-яңы уңыштар теләйем!

Возврат к списку