Вернуться к обычному виду

Поздравление главы Администрации с Днем работников торговли


25.07.2014                Хөрмәтле сауҙа өлкәһе хеҙмәткәрҙәре һәм ветерандары!
Һеҙҙе  ихлас күңелдән һөнәри байрамығыҙ - сауҙа хеҙмәткәрҙәре көнө  менән ҡотлайым!
Бөгөн тормошобоҙҙо  йәмғиәтебеҙҙең төп нигеҙе булған  сауҙаһыҙ күҙ алдына килтереүе мөмкин түгел. Иҡтисади шарттарҙа замандаштарыбыҙ сауҙа менән шөғөлләнеүҙең файҙалы яҡтарын күрә һәм уға ылыға бара.
Улар халыҡты аҙыҡ-түлек, көнкүреш тауарҙары менән тәьмин итеүҙән тыш, яңы эш урындары булдырып, районыбыҙҙың  үҫешенә ҙур өлөш индерә. Йылдан-йыл асылған заманса магазиндар, сауҙа үҙәктәре – Һеҙҙең фиҙаҡәр хеҙмәтегеҙҙең һөҙөмтәһе ул.
Барығыҙға ла ныҡлы һаулыҡ, ғаилә именлеге, халыҡты юғары сифатлы тауарҙар менән тәьмин итеүҙә ҙур уңыштар теләйем!


Возврат к списку