Вернуться к обычному виду

Поздравление главы Администрации с Днем строителя


08.08.2014 Хөрмәтле төҙөүселәр!

       Һеҙҙе һөнәри байрамығыҙ менән ҡайнар ҡотлайым!

Төҙөүсе - элек-электән киң таралған һәм хөрмәтле һөнәр кешеһе.Уның хеҙмәте халыҡтың йәшәйешен, тормош кимәлен күтәреүҙә мөһим роль уйнай. Төҙөлөш тармағында эшләүселәрҙең эше һәр ваҡыт күҙ алдында. Шуға күрә лә сәнәғәт, социаль, мәҙәни һәм торлаҡ объекттарын сифатлы ҡороп, үҙ ваҡытында тапшырыу – төҙөүсенең төп бурысы.
Донъя иҡтисадының тотороҡһоҙ булған мәлендә лә төҙөлөш индустрияһын күтәреү, яңы етештереү ҡеүәттәрен сафҡа индереү, ҡала һәм ауылдарҙа социаль объекттар, юлдар, күперҙәр, торлаҡ йорттар төҙөү дауам итә. Шуныһы ҡыуаныслы – беҙҙең районыбыҙҙа ла социаль-мәҙәни объекттарҙың төҙөлөшө әүҙем бара. Уларҙың сафҡа индерелеүе һәм төҙөкләндерелеп тороуы һеҙҙең хеҙмәтегеҙҙең емеше булып тора.

Киләсәктә лә ҡар-буранға, ел-ямғырға ҡарамай, көндө төнгә ялғап эшләгән  алтын ҡуллы төҙөүселәр, матур-матур йорттар, башҡа күркәм биналар менән һөйөндөрөр, тип ышанам.
Һеҙҙең барығыҙға ла ныҡлы һаулыҡ, ҡатмарлы эшегеҙҙә сыҙамлылыҡ, көс һәм ижади уңыштар, ғаилә бәхете теләйем!

Возврат к списку