Вернуться к обычному виду

Поздравление главы Администрации с Днем физкультурника


08.08.2014 Хөрмәтле спортсылар!
Һеҙҙе спорт һәм һаулыҡ байрамы – Физкультурниктар көнө менән ҡайнар ҡотлайым!
Бөгөн физик культура халыҡтың ялын ойоштороуҙың, рухи һәм физик яҡтан һау-сәләмәт йәштәрҙе тәрбиәләүҙең мөһим бер нигеҙе булып тора. Был көндә беҙ физик культура һәм спортты үҙ һөнәре итеп һайлаусыларға, халыҡ араһында сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалауға тос өлөш индереүселәргә рәхмәт һүҙҙәрен еткерәбеҙ.
Районыбыҙҙа сәләмәт тормош алып барған көслө егет һәм ҡыҙҙарыбыҙ бик күп. Улар төрлө кимәлдәге ярыштарҙа районыбыҙҙы лайыҡлы күрһәтә, юғары һөҙөмтәләргә өлгәшә һәм тыуған Бөрйәнебеҙҙе данлай.  Был йәһәттән  Хакимиәттә эшләп килгән йәштәр сәйәсәте һәм спорт комитеты, мәктәптәрҙең физкультура уҡытыусылары күп көс һала. Киләсәктә лә йәш быуынды һау-сәләмәт тормош алып барыуға, спортҡа ылыҡтырыу зарур.
Ошо матур байрам айҡанлы Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, бөтмәҫ-төкәнмәҫ дәрт-көс, оҙаҡ йылдар спортта ҡалыуығыҙҙы, үҙ көсөгөҙгә ышаныуығыҙҙы һәм яңынан-яңы еңеүҙәр теләйем!
Халҡыбыҙҙың данын күтәргән, Алдар батыр тоҡомдарының данын төшөрмәгән бил бирмәҫ батырҙарыбыҙ, сая рухлы, көслө ҡыҙҙарыбыҙҙың сафы киләсәктә тағы ла тулыланһын!

Возврат к списку