Вернуться к обычному виду

Выступление на конкурсе "Учитель года-2014"


17.03.2014 Хәйерле көн, хөрмәтле райондаштар, уҡытыусылар һәм килгән ҡунаҡтар!
“Йыл уҡытыусыһы – 2014” конкурсында Һеҙгә ихлас, шатлыҡлы сәләмдәремде  еткерәм! Бөгөнгө күркәм сараға иң сағыу, иң һәләтле уҡытыусылар йыйылған. Һеҙҙең өсөн йәш быуынға белем һәм тәрбиә биреү – көндәлек эш кенә түгел, илһамлы ижад һәм ғүмерлек һөнәрегеҙ ҙә ул.
Педагогтарға хөкүмәтебеҙ тарафынан иғтибар көслө.Күркәм йолаға әүерелгән  “Йыл уҡытыусыһы” бәйгеһен үткәреү, гранттар бирелеүе, эш хаҡының артып тороуы, белем усаҡтарының матди-техник базаһы яңыртылыуы - барыһы ла мәғарифты үҫтереүгә йүнәлтелгән сәйәсәт. Уҡытыусылар үҙ сиратында тейешле белем бирергә, тәжрибә  үҫтерергә, камиллашырға бурыслы. Бөгөнгө заман мәғариф өлкәһе хеҙмәткәрҙәре алдында бик етди бурыстар ҡуя. Уҡыусыларға белем биреү генә етмәй, уларға алған белемдәрен тормошта дөрөҫ итеп файҙаланырға, хәл - ваҡиғаларға яраҡлашырға,тормошта үҙ урынын табырғаяңыса эшләргә һәм йәшәргә өйрәтер кәрәк.Алдыбыҙҙа торған иң ҙур ҡытыршылыҡтарҙың береһе – мәктәптәр яҙмышы, киләсәгебеҙ уларҙың эшмәкәрлегенә ныҡ бәйләнгән. Ауылдың тормош һулышы булған белем биреү йорттарын һаҡлап ҡалыу балалар һанына туранан-тура бәйле. Шуныһы ҡыуаныслы; быйыл беҙҙең районда бер мәктәп тә  ябылманы.
Районда 6 урта, 17 төп дөйөм белем биреү мәктәбе, шулар иҫәбендә 16 филиал һәм 1 башланғыс мәктәп, 11 башланғыс белем биреү мәктәбе: 5 башланғыс мәктәп һәм 6 башланғыс мәктәп–балалар баҡсаһы эшләп килә. Белем биреү усаҡтарында бөтәһе 351 уҡытыусы балаларға белем һәм тәрбиә бирә. Үткән йылда уҡыусыларыбыҙ республика кимәлендә үткәрелгән күп олимпиадаларҙа, төрлө конкурс, фестивалдәрҙә призлы урындарға лайыҡ булды. 2012-се һәм 2013-сө йылдар һөҙөмтәһе буйынса олимпиада еңеүселәре һәм призлы урындар алыусылар араһында    54 ауыл райондары араһынан Бөрйән районы 18-се урынды алды. Алдағы йылдар менән сағыштырғанда был күрһәткес яҡшы яҡҡа үҙгәреү өҫтөндә, киләһе йылдарҙа тағы ла алға ынтылыр кәрәк. Әйтеп үтергә кәрәк, йыл һайын беҙҙең район уҡыусылары Кесе фәндәр академияһы сиктәрендә үткәрелгән республика конкурсында ҡатнашып тора.
Үткән йылда Иҫке Собханғол мәктәбе уҡыусыһы Гөлназ Хәлиуллина “Иҡтисад” номинацияһында,Азамат Буранов “Информатика һәм “Мәғлүмәти- коммуникатив технология” номинацияһында еңеп сыҡтылар. Шулай уҡ Исмәғилева Айзилә “Тел ғилеме” номинацияһында 2-се урын, ә Алғазина Ильмира “Тарих һәм Башҡортостан мәҙәниәте” номинацияһында 3-сө урын яуланы.
Әбделмәмбәт мәктәбе уҡыусылары Наилә Ғәлина һәм Алина Боҫҡонова гер күтәреү буйынса Рәсәй беренселегендә 3-сө урын,ә Нурзилә Усманова Өфөлә үткәрелгән башкорт теле  һәм әҙәбиәте буйынса төбәк-ара олимпиадала 1-се урын яулап  Башҡортостан Республикаһы Президенты стипендиаты исеменә лайыҡ булдылар.Шулай уҡ 5 уҡыусы Район хакимиәте башлығы стипендиаты исемен йөрөтә.
Районыбыҙҙа балаларға өҫтәмә белем биреү буйынса Пионерҙар йорто, Балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбе һәм «Ағиҙел» тәрбиә-һауыҡтырыу лагеры эшләй.
Иҫке Собханғол һәм Иҫке Монасип хоккей командалары Башҡортостандың үҫмерҙәр хоккей лигаһында уңышлы сығыш яһай.
Әлеге көндә йәш белгестәрҙе йәлеп итеү төп мәсьәләләрҙең береһе булып тора, сөнки юғары квалификациялы  уҡытыусыларһыҙ район мәғарифының киләсәге ышанысһыҙ.
Бөтә булмышы менән үҙ эшенә ғашиҡ һәм тоғро һөнәр эйәләренә артабан да яңы үрҙәр, яуаплы эшегеҙҙә уңыштар һәм башҡорт рухлы, үҙ иленә кәрәкле булған уҡыусылар тәрбиәләүегеҙҙе теләйем! Иғтибарығыҙ өсөн рәхмәт!

Возврат к списку