Вернуться к обычному виду

Поздравление главы Администрации МР Бурзянский район Д.А.Ахмедьянова с Первомаем


05.05.2014                   Хөрмәтле райондаштар !
Һеҙҙе Яҙ һәм Хеҙмәт байрамы  менән ихлас күңелдән ҡайнар ҡотлайым һәм изге теләктәремде еткерәм!
1 Май беҙҙең күңелдәрҙә берҙәмлек һәм теләктәшлек яңырыуы, яҡты өмөттәр уятыусы һәм хеҙмәт кешеһенә ҡарата оло ихтирам тойғоһо тәрбиәләүсе байрам булып һеңеп ҡалған. Бөгөнгө көндә лә был байрам донъяның 142 илендә киң билдәләнә. Тарихи сығанаҡтарҙан күренеүенсә, 1-се май байрамы 1891 йылдан алып ойошторола, ә Октябрь революцияһынан һуң беҙҙең илдә рәсми рәүештә теркәлә. Шул осорҙан алып йыл һайын эшселәр үҙ талаптарын күтәреп демонстрацияларға  сыға башлай. Хәҙер иһә халыҡ йыйылышып тәбиғәткә сыға, ҡунаҡ саҡыра, туғандар, дуҫ-иштәр менән осраша. Һәр кем дуҫлыҡҡа һәм татыулыҡҡа ынтыла, тыуған ерендә аяҙ күк аҫтында ең һыҙғанып эшләй һәм гөрләп йәшәй.
Райондың бөтә пландары, иҡтисади- социаль, мәҙәни-рухи өлкәләрҙәге матур ҡаҙаныштары, тормош-йәшәйеш кимәленең һәм сифатының өҙлөкһөҙ үҫеше райондаштарыбыҙҙың көсөргәнешле хеҙмәтенә бәйле. Беҙҙең уңыш-ҡаҙаныштар төрлө өлкәләрҙә хеҙмәт иткән эшсәндәрҙең,  предприятиелар, учреждениелар һәм ойошмалар коллективтарының көндәлек эше арҡаһында өлгәшелгән. Райондың социаль үҫеш юлындағы ышаныслы хәрәкәтен Бөрйән  халҡының эшһөйәрлеге, таланты һәм энергияһы билдәләй.
Ауылдарыбыҙҙың йөҙө үҙгәрә, матурлана. Бөрйәнебеҙҙе Башҡортостандың ынйыһы тип йөрөтөүҙәре юҡҡа түгел. Бөгөнгө көндә районыбыҙ төрлө өлкәләрҙә үҫеш һәм яңырыу юлында, ышаныслы аҙымдар менән алға атлай.
Беҙҙең дәүләттә хеҙмәтсәндәрҙең эшкә, лайыҡлы эш хаҡына, хеҙмәт хәүефһеҙлеген һәм именлеген тәьмин итеү сараларына бәйле көслө хоҡуки база булдырылған. Ул уңышлы тормошҡа ашырылһын өсөн хоҡуҡ һаҡлау органдары, хеҙмәт һаҡлау һәм күҙәтеү инспекторҙары даими тикшереп тора.
Районыбыҙҙа социаль теләктәшлекте тәьмин итеү маҡсатында, идара итеү органдары, профсоюздар һәм эш биреүселәрҙең хеҙмәттәшлеге булдырылған. Эшселәрҙең хоҡуҡи ихтыяжын һәм хеҙмәт хоҡуҡтарын яҡлау  йәһәтенән профсоюз ойошмаларына ҙур эш йөкмәтелгән. Уларҙа хеҙмәтте һаҡлау һәм хәүефһеҙлек техникаһы буйынса яуаплы кешеләр тәғәйенләнгән. Әйтеп китергә кәрәк, район мәғариф бүлегендә, элемтә узелында һәм һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә был эш тейешле кимәлдә алып барыла.
Үҙебеҙҙең хоҡуҡтар, социаль хеҙмәт гарантиялары менән бер рәттән бурыстар тураһында ла оноторға ярамай. Профсоюз ойошмаларының бурыстар теҙмәһенә хеҙмәт коллективтарының ваҡытында медицина күҙәтеүен, спорт ярыштарын үткәреүҙе индереп ҡуйыу ҙа ҡамасауламаҫ ине.
Мәҙәниәт йылында төрлө мәҙәни саралар уҙғарыу эшенән дә профсоюз ситтә ҡалмаҫҡа тейеш. Киләсәктә лә хеҙмәт тырышлығын берләштереп, юғары әүҙемлек һәм яуаплылыҡ күрһәтеп,иҡтисади үҫеште, халыҡтың йәшәү шарттарын яҡшыртыуҙы бергәләп дауам итербеҙ, тип ышанам.
Хөрмәтле райондаштар! Был яҙғы байрам көндәрендә һәммәгеҙгә лә байрамса  күтәренке кәйеф, ныҡлы һаулыҡ, изге эштәрегеҙҙә уңыштар, ғаиләләрегеҙгә именлек һәм бәхет теләйем!
Байрам менән, ҡәҙерле дуҫтар!

Возврат к списку