Вернуться к обычному виду

Поздравление главы Администрации с Днем работников печати и массовой информации РБ


21.06.2014 Хөрмәтле матбуғат хеҙмәткәрҙәре!
Башҡортостан Республикаһының матбуғат һәм мәғлүмәт хеҙмәткәрҙәре көнө менән ихлас ҡотлайым!
Бөгөн йәмғиәтебеҙҙе киң мәғлүмәт сараларынан тыш күҙ алдына ла килтереп булмай. Мәғлүмәт технологиялары үҫеш алған осор булыуға ҡарамаҫтан, баҫма һүҙ йәмғиәттә мөһим һәм ихтирамлы урын биләүен дауам итә. Һүҙ ҡөҙрәте бар ҡоралдан да көслө, тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәр. Тап Һеҙҙең оҫталыҡтан, төбәктә, илдә булған ваҡиғаларҙы аңлауҙан кешеләрҙең кәйефе, уларҙың донъяны һәм үҙенең киләсәген күреү тора. Шуға күрә журналист ҡәләменең осло, әммә объектив булыуы мөһим.      
Районыбыҙҙың «Таң» гәзите – барыбыҙҙың да яратҡан матбуғат баҫмаһы. Аҙнаһына өс тапҡыр нәшер ителгән гәзит биттәрендә халҡыбыҙҙың тарихы, бөгөнгө тормошо сағылдырыла, киләсәге күҙаллана.
Байрам уңайынан Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, ижади уңыштар, эшегеҙҙән дәрт һәм илһам алып эшләүегеҙҙе теләйем!
Район хакимиәте башлығы  
вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы                             Р.Д.Шәрипов


Возврат к списку