Вернуться к обычному виду

Поздравление главы Администрации с Днем медицинского работника


21.06.2014 Хөрмәтле медицина хеҙмәткәрҙәре!
Һеҙҙе һөнәри байрамығыҙ менән ихлас ҡотлайым!
Һәр заманда ла медицина хеҙмәткәрҙәренең эше хөрмәткә лайыҡ. Һеҙ һайлап алған  һөнәрегеҙгә тоғро ҡалып, кешеләргә иң ауыр минуттарҙа ярҙамға киләһегеҙ. Йылы һүҙҙәрегеҙ тормош ауырлыҡтарын еңергә ярҙам итә, йәшәүгә дәрт һәм көс өҫтәй.
Бөгөнгө көндә районыбыҙҙың Үҙәк дауаханаһында, ауылдарҙағы фельдшер пункттарында тәжрибәле табиптар, шәфҡәт туташтары менән бергә яңы ғына эш башлаусы белгестәр ҙә яуаплы хеҙмәт башҡара.  Киләсәктә лә Һеҙҙең эшмәкәрлегегеҙ юғары оҫталығы, менән айырылып торор, тип ышанам.
Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, ғаилә бәхете, районыбыҙ именлеге өсөн яңынан-яңы уңыштар теләйем!

Возврат к списку