Вернуться к обычному виду

Выступление главы Администрации на конкурсе юных сказителей эпоса "Урал батыр"


11.07.2014 Хәйерле көн хөрмәтле ҡунаҡтар, бәйгелә ҡатнашыусылар!
          Барығыҙҙы ла йәш сәсәндәр бәйгеһендә ихлас сәләмләйем һәм изге теләктәремде еткерәм! Тыуған илебеҙҙең рухи хазиналары араһында мәшһүр ҡомартҡыбыҙ «Урал батыр» эпосы үҙәк урынды биләй. Тап ошо халыҡ ижады ынйыһы бөгөн йәш быуынды – илем, телем, халҡым тип йән атҡан иң сағыу һәм һәләтлеләрҙе мөғжизәле Бөрйән ерендә күркәм  сараға  йыйҙы.  
Йыл һайын «Урал батыр» башҡорт халыҡ  эпосын яттан һөйләүселәр конкурсы ойоштороуҙың матур йолаға әүерелеүен дөйөм халҡыбыҙ ҡаҙанышы тиһәк, хаҡ булыр.  
Башҡортостандың халыҡ сәсәне, бар булмышын халҡыбыҙҙың ауыҙ-тел ижадын йыйыуға арнаған фольклорсы Мөхәмәтша Буранғолов кешелеккә оло бүләк ҡалдырҙы, беҙҙең милли ауыҙ-тел ижадын бар донъяға танытты.
Үҙебеҙҙең Бөрйән ерендә башланғысын алған эпоста һүрәтләнгән ваҡиғалар бөтә донъяны һыу баҫҡан дәүер – туфан ҡалҡҡан замандарҙан һуң ер йөҙөндә кешелек цивилизацияһының Уралдан башланыуына ишара итә. Башҡорт халҡының донъя барлыҡҡа килеүен үҙенсә күҙ алдына килтереүе, донъяуи ҡараштарының тәрәнлеге, йыһандағы һәм ерҙәге йәшәү-үлем серҙәрен аңлатыуы  эпоста аныҡ сағыла.
Конкурс ике тапҡыр Бөрйән ерлегендә, ә унан һуң Башҡортостаныбыҙҙың төрлө райондарында үткәрелеп килде. Ниһәйәт, быйылғы Мәҙәниәт  йылында  «Урал батыр» үҙенең башланғысында- Бөрйәндә.  
Бәйгенең маҡсаты изге – сәсәндәр башҡарыусыларҙың мәктәбен тергеҙеү һәм үҫтереү, халҡыбыҙҙың тарихи һәм мәҙәни мираҫын һаҡлап ҡалыу, конкурста ҡатнашыусыларҙың шағирлыҡ талантын үҫтереү, фекерләү һәм телмәр ҡеүәһен камиллаштырыу.
Үҫеп килеүсе быуындың «Урал батыр» эпосына битараф булмауы, йылдан-йыл уны тулыһынса ятлаған балаларҙың һаны артыуы ҡыуандыра. Йәш сәсәндәрҙең төрлө телдә тәржемәләрен һөйләүе лә, беҙҙең күңелдәрҙә - оло һоҡланыу тойғоһо уята.  «Урал батыр» эпосын яттан һөйләүселәрҙең сәсәнлек йолаларына яҡынайыуы, сәсән рухын яңыртыуы заманса фәнни һәм мәҙәни күренеш.
Тарих тәгәрмәсе кире әйләнмәгән кеүек, боронғо сәсәндәрҙе ҡайтарыу мөмкин түгел, әммә үлемһеҙ һүҙ һәм фекер ҡала, тел һәм рух йәшәй, хис һәм дәрт илһам бирә.
Эпостың нигеҙендә халҡыбыҙҙың быуаттар аша әйтер һүҙе, йәшәйеш тураһындағы тәғлимәте, рухи бѳйѳклѳгѳ һәм бейеклеге һалынған. Унда йәш быуынға аманат итеп ҡалдырылған, һәр заманда ла актуаль буласаҡ ошондай һүҙҙәр бар:
Олоно оло итегеҙ -  
Кәңәш алып йөрөгөҙ,
Кесене кесе итегеҙ –
Кәңәш биреп йөрөгөҙ.
Шуның өсөн дә, беҙ, үҫеп килеүсе быуындың  күңеленә милли рух орлоғо һалып тәрбиәләргә тейешбеҙ. Кешенең тел байлығы әҙәби әҫәр уҡып, йәнле аралашыуҙа формалаша. Йәшәйешебеҙҙең көндән-көн туҡтауһыҙ үҙгәреүе, фән һәм техник ҡаҙаныштарҙың артыуы бөгөнгө көн кешеһенән һәм бигерәк тә йәш быуындан алдынғы ҡараш талап итә. Бөгөнгө көндә беҙҙең бурысыбыҙ – милли рухты изге төшөнсә тип ҡабул иткән, милләт үҫешен, халҡыбыҙҙың моңон, тарихын, хәстәрләгән, уны күңелендә изге аманат итеп һаҡлаған шәхес тәрбиәләү.
Ҡәҙерле бәйгелә ҡатнашыусылар! Һеҙҙең барығыҙға ла ныҡлы һаулыҡ, уңыштар һәм бәхет-шатлыҡ теләйем! Киләсәктә халыҡты үҙ артынан эйәртерлек төплө белемле, юғары мәҙәниәтле, башҡорт рухлы, үҙ иленә кәрәкле шәхестәр булып үҫеп етеүегеҙҙе теләйем! Шулай уҡ жюри ағзаларына еңел булмаған эштәрендә уңыштар һәм иң–иңдәрҙе билдәләүҙә ғәҙел булыуҙарын теләйем!
Киләсәгебеҙ яҡты булһын өсөн тыуған илебеҙҙе һаҡлайыҡ, Урал батыр васыятын үтәйек, тик изгелеккә һәм яҡшылыҡҡа ынтылайыҡ!  


Возврат к списку