Вернуться к обычному виду

Поздравление главы Администрации с Днем российской почты


25.07.2014 Хөрмәтле почта хеҙмәткәрҙәре!

Ћеҙҙе ихлас күңелдән һөнәри байрамығыҙ - Рәсәй почтаһы көнө менән ҡотлайым һәм иң изге теләктәремде еткерәм!
Элемтә саралары камиллаша барыу менән, почта үҙ әһәмиәтен юғалтмай, тормошта үҙенә тәғәйен урын биләй, юғары технологиялар заманында ла  һеҙҙең хеҙмәт иң ышаныслы бәйләнеш сараһының береһе булып ҡала килә.
Районыбыҙҙа илле өс хеҙмәткәр көн һайын почта хеҙмәтләндереүен башҡара. Улар мәғлүмәт сараларын таратыусы ғына түгел, ә һәр өйҙөң тоғро дуҫы һәм көтөп алған ҡунағы.
Хөрмәтле почта хеҙмәткәрҙәре!
Ћөнәри байрамығыҙ ҡотло булһын, һәр берегеҙгә башҡарған хеҙмәтегеҙҙә яңынан-яңы уңыштар, ныҡлы һаулыҡ, ғаилә бәхете теләйем!


Возврат к списку