Вернуться к обычному виду

Поздравление главы Администрации с праздником Ураза байрам


25.07.2014 Хөрмәтле мосолман ҡәрҙәштәр!

Һеҙҙе бөтә мосолмандар өсөн изге Рамаҙан айының тамамланыуы һәм Ураҙа байрамы менән ҡотлайым!
Был бөйөк байрамдың нигеҙен ата-бабаларыбыҙ васыяттарына тоғролоҡ, яҡындарыңа хөрмәт-ихтирам күрһәтеү, мохтаждар тураһында хәстәрлек тәшкил итә. Бөтә донъя мосолмандары өсөн Ураҙа байрамы рухи таҙарыныуға, изгелеккә һәм ғәҙелеккә ынтылыуҙы һынландыра.
Изге Рамаҙан айы буйына ашауҙан-эсеүҙән генә түгел, ә гонаһтар эшләүҙән тыйылған диндәштәребеҙҙең рухтары нығынып, күңелдәрендә изгелек, мәрхәмәтлелек тойғолары көсәйҙе. Ураҙа тотоу беҙгә үҙ тормошобоҙға икенсе күҙлектән ҡарап, тәғәйенләнешебеҙҙе аңларға мөмкинлек бирә.
         Шулай уҡ был байрам ихтыяр көсөн, сабырлыҡты, ауыр саҡта ярҙам ҡулы һуҙырлыҡ  шәхестәрҙе тәрбиәләүсе  булараҡ барыбыҙ өсөн дә ҡәҙерле.
Халҡыбыҙ яман ғөрөф-ғәҙәттәрҙән арынып, үҙ асылына күпләп ҡайтыуы ҡыуаныслы хәл. Районыбыҙҙың барлыҡ ауылдарында ла тиерлек даими яңғыраған аҙан тауыштары кешеләрҙе тик яҡшыға, изге эштәр ҡылыуға, үҙ-ара татыулыҡҡа, именлеккә әйҙәй. Оло быуын вәкилдәре генә түгел, күпселек йәштәрҙең дә хаҡ юлдан атлауҙары йәмғиәттә ыңғай үҙгәрештәргә, тормошҡа ҡараштарҙы яңыртыуға илтә.
Был байрам көндәрендә барығыҙға ла ныҡлы һаулыҡ, шатлыҡ-ҡыуаныстар, изгелек һәм бәхет теләйем!  Байрам йән тыныслығы һәм үҙ көсөбөҙгә ышаныс алып килһен.
Ураҙа ғәйете мөбәрәк булһын!

Возврат к списку