Вернуться к обычному виду

Приветственное слово главы Администрации гостям и участникам этнофестиваля "Башҡорт балы - Бөрйән даны"


25.07.2014 Хәйерле көн хөрмәтле ҡунаҡтар,   райондаштар!
Һеҙҙең барығыҙҙы ла изге Бөрйән ерендә ихлас сәләмләйем! Бөгөнгө «Башҡорт балы – Бөрйән даны» халыҡ-ара этнофестивале уңышлы үтһен.
Бөрйән районы көньяҡ Уралдың  аҙ үҙләштерелгән үҙәк өлөшөндә  урынлашҡан. Район үҙәге- Иҫке Собханғол  Белорет ҡалаһынан-150, Өфөнән 350 километр алыҫлыҡта урынлашҡан. Бөрйәндең дөйөм майҙаны 444,4 мең гектар, уның урындағы бюджетты тулыландыра торған, йәғни килем биргән өлөшө ни бары 7,1% тәшкил итә, шул иҫәптән 6-ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге, 0,8 - ауыл биләмәләренең һәм 0,2 процент сәнәғәт йүнәлешендәге ерҙәр.
Райондың географик урынлашыуы һәм эре сәнәғәт үҙәктәренән алыҫ булыуына бәйле урында завод, фабрикалар, ҙур етештереү объекттары юҡ. Уның төп байлығы – тау, урман, тәбиғәт, матурлыҡ, хозурлыҡ. Бында һәр  ағас, һәр таш, һәр ҡая тарих һөйләй. Шүлгәнташ мәмерйәһе, Инсебикә ҡаяһы, Йылҡысыҡҡан күле..., ә иң мөһим байлығы - ул алсаҡ, уңған, тырыш һәм ябай халҡы.
Быуаттар төпкөлөнән килгән тарихи 6омарт6ылары мен8н дә бе44е7 район айырылып тора 38м быны7 684ерен беле9 мотла6.
Райондың ресурс-сеймал база сығанаҡтарын хром рудаһы, барит, кварц, кирбес сеймалы, ҡом-ҡырсынташ һәм доломит, шулай уҡ, агрономик рудалар, кровелле һәүерташ һәм урыны менән алмаз ятҡылыҡтары тәшкил итә.
Бөрйән ере - махсус һаҡлауға алынған «Шүлгән-таш», Башҡорт дәүләт ҡурсаулыҡтарын, “Башҡортостан”  милли паркының бер өлөшөн, «Әсебар»,  «Алтын солоҡ» заказниктарын үҙ эсенә алған берҙән-бер район. Хозур тәбиғәт, рухи һәм мәҙәни мираҫ, тәбиғи ҡомартҡылар эске туризмды үҫтереүгә, ял итеү һәм мауыҡтырғыс экскурсиялар ойоштороу өсөн уңайлы шарттар тыуҙыра. Ошо матурлыҡты күрергә тип илебеҙҙең генә түгел, ә ер шарының төрлө төбәктәренән киләләр. Йылдан-йыл районыбыҙға килгән туристар һаны 10%-ҡа арта бара. 2013 йылда 40 меңдән ашыу турист ял итте,  уларҙың 20%-ты үҙебеҙҙең яҡташтар, 55 - Башҡортостан райондарынан, 24 - Рәсәй төбәктәренән һәм 1% сит  илдән булды.
Киләсәктә туристар өсөн сифатлы туҡландырыу пункттарын, үҙәктәрен булдырыу, инвесторҙар йәлеп итеү буйынса мәсьәләләр байтаҡ. Урындағы халыҡтың туристик хеҙмәтләндереүҙән аҡса эшләү мөмкинлеген аңлап яңыса фекерләүе, үҙҙәрендә яңы сифаттар асыуы, тормошон яҡшыртырға ынтылыуы мөһим. Был өлкә берҙәм йүнәлешле эш алып барыуҙы талап итә, ошо йәһәттән урындағы эшҡыуарҙарҙың һәм хужалыҡтарҙың әүҙем эше йылдамлана бара. Республикала уңышлы тормошҡа ашырылған төрлө программаларҙа ҡатнашып, ауылдарҙы, унда йәшәгән халыҡтың матди хәлен яҡшыртыуға хеҙмәт итергә тейешбеҙ.
Беҙҙең районда ҡортсолоҡто үҫтереү буйынса бөтә шарттар ҙа бар – хозур тәбиғәт, тәбиғи үҫемлектәр. Донъяла танылыу яулаған Бөрйән  ҡорто, төр булараҡ, беҙҙә генә һаҡланған.
Әлеге ваҡытта районда ҡортсолоҡ киң тарала бара, йылдан-йыл һәр ауылда  хужалыҡ итеүҙең был төрөндә шөғөлләнеүселәр арта бара. Бөгөнгө көндә бөтәһе 6280 ҡорт ғаиләһе иҫәпләнә, шуларҙың 90-ы – ауыл хужалығы продукцияһын етештереүселәрҙә,   530-ы – крәҫтиән-фермер хужалыҡтарҙа, 5100-ө – шәхси хужалыҡтарҙа. Ә ҡалған 560-ы башҡа төр хужалыҡтарға тура килә.  Һуңғы алты ай эсендә 218 ц бал етештерелгән.
“Шүлгәнташ” ҡурсаулығында 700 – ҙән ашыу солоҡ иҫәпләнә. Йыл һайын Өфө, Сибай, Баймаҡ һәм Белорет ҡалаларында үткән бал йәрминкәләрендә Бөрйән ҡортсолары әүҙем ҡатнаша.
        Бөрйән бал ҡорто популяцияһын һаҡлау һәм ҡортсоларҙың эшен координациялау маҡсатында район ҡортсоларының коммерцияға нигеҙләнмәгән партнерлығы булдырылды.
2012 йылда район мәктәптәрендә ҡортсолоҡ дәрестәре тергеҙелде. Теоретик белемдәрен нығытыу маҡсатында, балалар ҡортсолоҡ нигеҙҙәрен практикала ҡулланырға өйрәнә.
  Балдың кеше организмы өсөн файҙаһы бик ҙур, айырыуса беҙҙең бал йәшәйеш өсөн иң кәрәкле микроэлементтарға бай. Шуға ла балалар һау, ныҡ булып үҫһен өсөн ҡорт балы һәр өйҙөң өҫтәлендә булырға тейеш.

       Республика тәбиғәтенең тарихи-мәҙәни ҡомартҡыларын, шифалы сығанаҡтарҙы, ял итеү урындарын Бөрйән районы аша киң танытып, Башҡортостандың мәҙәни йолаларға бай булыуын күрһәтеү ҙә ҙур бурыс булып тора. Башҡорт балының данын, умартасылыҡтан алынған продукцияны бар донъяға таратыу ҙа оло эш.
           Бөгөнгө сара бер йыллы6 6ына булма3ын, хал6ыбы44ы7 рухын, кү7ел байлы5ын тулыландырыусы к9п йылдар5а 3у4ыл5ан эш алымы  булып, баш6орт хал6ыны7 кил8с8ген х8ст8рл8г8н бер сара бул3ын! (4ебе44е7 тарихыбы45а, м848ни8тебе4г8 и5тибарлыра6 булайы6!  

          Байрам уңайынан барығыҙға ла ныҡлы һаулыҡ, күңел көрлөгө, ғаилә бәхете һәм уңыштар теләйем!




Возврат к списку